Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ғинуар айында Башҡортостанда 188 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Ғинуарҙа Башҡортостанда финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 188 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был 2014 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда 2,1 тапҡырға күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Татарстан —  ошо күрһәткес буйынса (282,1 мең квадрат метр) Волга буйы федераль округында лидер.

Мең кеше иҫәбенә йортто сафҡа индереү күрһәткесе буйынса (46 квадрат метр) Башҡортостан округта өсөнсө урында тора. Алда — Татарстан һәм Удмурт Республикаһы.

Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың өлөшө өҫтөнлөк итә — 65,4 процент. Ғинуарҙа республикала йәшәүселәр үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында дөйөм майҙаны 122,9 квадрат метрлыҡ йорттар төҙөгән. Был 2014 йылдың ғинуарына ҡарата 2,3 тапҡырға күберәк. Предприятие һәм ойошмалар 65,1 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть