Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан ауыл хужалығын страховкалау буйынса сығымдарҙы субсидиялауға 195 миллион һум аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең страховкалау хеҙмәттәрен түләү буйынса сығымдарын субсидиялау өсөн федераль бюджеттан яҡынса 195 миллион һум аҡса аласаҡ. Дөйөм күләме 6,4 миллиард һумлыҡ субсидиялар Рәсәйҙең 84 субъекты араһында бүленә. Тейешле күрһәтмә Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында урынлаштырылған.

Башҡортостанға сәсеүлектәрҙе страховкалау сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға — 145,2 миллион һум, малсылыҡ өлкәһендә страховкалауға 50,2 миллион биреләсәк. Субсидиялар төбәктәр араһында РФ Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы бүленә.

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы төбәктең субсидияларҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеген страховкаланған сәсеүлектәр өлөшө һәм страховкаланған ауыл хужалығы малдары һаны буйынса баһалай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть