3 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2015 йыл, 18:11

Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының ултырышын үткәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 11 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының ултырышын үткәрҙе.

Уҙған йылда Башҡортостан халҡы Ҡырымда йәшәүселәргә ярҙамға  200 миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы, дауылдан зыян күргән Краснокама, Яңауыл райондарына булышты. Хәйриә ярҙамы мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, юл, һыу үткәргестәрҙе ремонтлау һәм яңыртыуға йүнәлтелде. Бөгөнгө көндә республикала 300-гә яҡын фонд эшләй, улар халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтә.

— Хәйри фондтарына булышлыҡ итеү өсөн беҙгә барыһын да эшләргә кәрәк. Улар йәмғиәткә, дәүләткә ярҙам итә. Фондтар тиҙ эшләй. Күреүебеҙсә, уларҙың эшмәкәрлеге өсөн талап ителгән сумма ҙур түгел. Әлбиттә, хәйриә фондтары эшмәкәрлектәрен дауам итһен өсөн республика Хөкүмәтенең ресуртарын да файҙаланасаҡбыҙ. Сөнки улар хәл иткән мәсьәләләр изге, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, фондтарға ярҙам ҡулын һуҙыу килеп тыуған иҡтисади хәлдә айырыуса мөһим, сөнки улар предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың уңышлы эшләүенә туранан-тура бәйле.

— Бөтә фондтар ҙа эшләргә тейеш. Сөнки уларҙың эшмәкәрлегенә ихтыяж юғары. Кешеләр бының ҡәҙерен белә. Башҡортостанда шәфҡәтлелек буйынса бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала йәшәүселәргә мәрхәмәтлелек сифаты хас. Беҙ кешеләрҙе ошо башланғыстарында ярҙам итәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.