Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Өс мөйөшлө һалдат хаттары» акцияһы старт ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 февралдә Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Өс мөйөшлө һалдат хаттары» акцияһы башлана.

Акция республика Хәрби Дан музейы сайтында фронт хаттарының мәғлүмәт ресурсын булдырыу маҡсатында уҙғарыла. Унда ғаилә архивтарында һаҡланған өс мөйөшлө хаттарҙың сканер аша үткәрелгән күсермәләре һәм автор хаҡында белешмә урынлаштырыласаҡ.

Бөйөк Ватан һуғышы осоро хаттарын һаҡлаған кешеләр тарихты һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн өс мөйөшлө хат авторы тураһында мәғлүмәт битен тултырып,  frontovoe_pismo@mail.ru электрон почтаһына хаттарҙың күсермәләрен ебәрергә кәрәк.

Материалдар 2015 йылдың 22 июненә тиклем ҡабул ителә. Мәғлүмәт битен тултырыу формаһы музейҙың сайтында бирелгән. Белешмә өсөн телефон: (347) 260-44-64, 260-44-16.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть