5 декабрь, Дүшәмбе

11 февраль 2015 йыл, 16:05

Уҡыу йылы башында Ишембайҙа Башҡорт кадет корпусы өсөн спорт комплексы һәм ятаҡ асыласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Яңы уҡыу йылына Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы өсөн тәғәйенләнгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм 230 урынға иҫәпләнгән ятаҡ сафҡа индереләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов хәбәр итте.

Спорт комплексы төҙөлөшө 2014 йылдың сентябрендә башланды. Бөгөнгө көндә 25 миллион һум үҙләштерелгән. Нигеҙ 70 процентҡа ҡоролған, металл конструкцияларҙы ҡуйыу башланған.

Дөйөм ятаҡ төҙөлөшөнә 2015 йылдың ғинуарында старт бирелде. Хәҙер нигеҙ соҡорон ҡаҙыу эштәре алып барыла, тимер-бетон нигеҙ блоктарын монтажлау бара.  

— Был бик яуаплы эш. Ваҡытында һәм сифатлы итеп төҙөргә кәрәк, — тине республика Башлығы, подрядсыларға мөрәжәғәт итеп. — Һеҙ уны августа сафҡа индерергә тейешһегеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ишембайҙа урынлашҡан кадет корпусы 2013 йылдың сентябрендә республика кадет мәктәп-интернаты базаһында асылды. Хәҙерге көндә бында 320 кадет, шул иҫәптән 18 ҡыҙ белем ала. Инфраструктураны үҫтереү сиктәрендә уҡыу корпусын, ашхананы капиталь ремонтлау, әлеге ятаҡты киренән икенсе уҡыу корпусы итеп йыһазландырыу һәм һауа-десант ҡаласығын төҙөү ҡаралған.