6 декабрь, Шишәмбе

11 февраль 2015 йыл, 15:32

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу өсөн 22,5 меңгә яҡын кеше теркәлгән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу өсөн 22,5 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Уҙған йылда был күрһәткес 23,5 меңдән ашыу тәшкил иткән.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, был яҡынса һандар ғына һәм уларҙың үҙгәреүе ихтимал. Сығарылыш уҡыусылары ике предмет — рус теле һәм математика буйынса мотлаҡ имтихан тапшыра. Дөрөҫ, һуңғыһы быйыл профилле һәм база кимәленә бүленгән. Республикала 18 700-ҙән ашыу ҡатнашыусы — профилле, 15 200-ҙән ашыуы база кимәлен һайлаған.

— Һайлау буйынса предметтар араһында йәмғиәтте өйрәнеү фәне алдынғы урынды биләй. Был дисциплинаны 13 536 уҡыусы һайлаған. Икенсе урында — физика (8 195 уҡыусы), өсөнсөлә — биология (5 959), артабан тарих (5 288) һәм химия (4 893) фәндәре, — тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева.

14 февралдә Башҡортостанда башҡа төбәктәр менән бер рәттән рус теле һәм география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы үткәрелә. Имтихан тапшырыу өсөн 26 кеше теркәлгән, шуларҙың 22-һе рус теленән тапшырасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы Өфөнөң 71-се дөйөм белем биреү урта мәктәбендә уҙғарыла.