Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Халыҡ-ара саммиттар алдынан Өфөлә БРИКС-тың Эшлекле советы ултырышы үтәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Июлдә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә БРИКС-тың Эшлекле советы саралары планлаштырыла. Был турала Бразилиялағы Совет ултырышында һүҙ барҙы. Форумда Рәсәйҙән илдең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин, Башҡортостандан республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев ҡатнашты.

— Миңә ултырышта ҡатнашыусыларҙың кәйефе оҡшаны, — тип аңлатма бирҙе Азат Фазлыев. — Аныҡ, эшлекле тәҡдимдәр, берекмә буйынса партнерҙарға әҙәпле мөнәсәбәт. Рәсәй БРИКС илдәрендә эшҡыуарлыҡ өсөн административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеү стандарттарын индерергә тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар июндә Санкт-Петербургта үтәсәк эшлекле форумдан һәм Өфөләге Эшлекле совет ултырышынан илдәр берләшмәһенә инеүселәрҙең иҡтисади интеграцияһын көсәйтеү, иҡтисади хеҙмәттәшлектән яңы сифатлы кимәлгә күсеү хаҡында һөйләшеүҙең дауам ителеүен теләй.

БРИКС-тың төп мәсьәләләренең береһе — эшлекле даирәләргә партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыуҙа ярҙам итеү. Эшлекле советтың Рәсәй яғы май аҙағында Мәскәүҙә БРИКС дәүләттәренең алдынғы күргәҙмә компанияларының айырым осрашыуын уҙғарырға тәҡдим итә. Уның йомғаҡтарын Петербургтағы форумда һәм Өфөләге БРИКС-тың Эшлекле советы сараларында тикшереү күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть