10 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2015 йыл, 14:06

Яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов ЮНЕСКО миҙалы менән бүләкләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә уҙған йыл йомғаҡтары буйынса төп бүләккә лайыҡ булған Рәсәй һәм сит ил яҙыусыларын ҡотлау тантанаһы үтте.

Интернациональ яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Александр Гриценко танылған яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовҡа Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса (ЮНЕСКО) һәм Адам Мицкевич исемендәге Интернациональ яҙыусылар союзы миҙалын тапшырҙы.

«Российский колокол» журналы ошо халыҡ-ара награда менән билдәләнгән авторҙарҙың әҫәрҙәренән махсус альманах сығарасаҡ. Уның тиражы ЮНЕСКО линияһы буйынса мәҙәниәт, фән һәм мәғариф учреждениеларына ебәреләсәк.

Марсель Сәлимовтың «Бумажный ранет» йыйынтығында донъя күргән «Поверин» хикәйәһе авторға Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсында еңеү алып килде.