10 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2015 йыл, 13:09

2015 йылда Ишембайҙа кран-манипулятор ҡулайламаларын етештереү буйынса инвестиция проектының беренсе сираты индерелә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2015 йылдың июлендә Ишембайҙа кран-манипулятор ҡулайламаларын етештереү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектының беренсе сираты индерелә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа «Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Киселев хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылда «Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте «Palfinger» Австрия концерны тарафынан һатып алынды. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендәге баҙар хәлен тикшергәндән һуң, концерн яңы предприятие төҙөлөшөн инвестициялау, уны заманса ҡорамалдар һәм технологиялар менән йыһазландырыу хаҡында ҡарар ҡабул итте. Бөгөнгө көндә инвестиция проектының беренсе этабын ғәмәлгә ашырыу тамамлана, 8 мең квадрат метрлыҡ яңы етештереү майҙандары төҙөлгән. Инвестиция суммаһы яҡынса 13 миллион евро тәшкил иткән.

Республика Башлығы компания ҡасан төҙөлөштөң икенсе сиратын башлаясағы тураһында ҡыҙыҡһынды. Евгений Киселевтың һүҙҙәренсә, ҡатмарлы геосәйәсәт хәлгә бәйле был хаҡта ҡарар хәҙер концерн кимәлендә ҡабул ителә.

Проектҡа ярашлы, 2017 йылға тиклем тағы 9 мең квадрат метр майҙан төҙөү планлаштырыла, был продукцияны етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

«Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте кран-манипулятор ҡулайламаларын, уларҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә махсуслашҡан. Былтыр предприятиела 1,1 миллиард һум суммаһында 1 200 берәмек продукция етештерелгән, был 2013 йылғы күрһәткестәрҙән 33,6 процентҡа күберәк.