4 декабрь, Йәкшәмбе

11 февраль 2015 йыл, 12:04

Башҡортостан Башлығы Ишембайҙа дарыуҙарҙың һәм аҙыҡ-түлектең хаҡтарын тикшерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ишембайға эш сәфәре барышында дарыу препараттарына һәм аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар мониторингы үткәрҙе.

Төбәк етәксеһе Ишембайҙағы аптекаларҙың береһенә инеп, дарыуҙарҙың хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Мөдирҙең һүҙҙәренсә, аптека селтәрендәге хаҡтар бер үҙәктән билдәләнә, шуға күрә уларға урындарҙа йоғонто яһап булмай. Дөйөм алғанда, дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ.

– Һеҙ алғы һыҙыҡта эшләйһегеҙ. Дарыуҙар – һиҙгер өлкә. Етәкселәрегеҙгә халыҡтың һатып алыу һәләте юғары булмауы хаҡында еткерергә тейешһегеҙ. Беҙҙең хаҡтарҙы ҡапыл арттырырға хоҡуғыбыҙ юҡ, – тип билдәләне республика Башлығы.

Һуңынан Рөстәм Хәмитов «Магнит» гипермаркетында булды, һөт, ит, йомортҡа, йәшелсәләрҙең ассортименты һәм хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды.

Магазин кәштәләрендә республика етештереүселәренең продукцияһы булмауы Башҡортостан Башлығына оҡшап етмәне. Икмәк һәм һөттө иҫәпкә алмағанда, тауарҙарҙың күбеһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән индерелә. Мәҫәлән, магазинда тәҡдим ителгән ҡыярҙар Тольяттиҙа үҫтерелгән, ит  – Марий Эл Республикаһынан, ә йомортҡалар Төмән өлкәһенән килтерелгән.

Гипермаркет директоры Ольга Герасева әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта урындағы етештереүселәр менән әүҙем эш алып барыла, шуға күрә республика продукцияһының өлөшө артасаҡ.

– Аҡса республикала ҡалырға тейеш. Артабан улар һалымға, һуңынан юлдар, балалар баҡсалары төҙөүгә китә, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы. – Һеҙ үҙебеҙҙең тауарҙарҙы һатып алырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов Ишембайҙа йәшәүселәр менән дә аралашты, улар иһә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләү квитанцияларындағы буталсыҡлыҡты асыҡлауын һораны. Төбәк етәксеһе ҡала мэрына һәм профилле ведомстволарға тейешле күрһәтмәләр бирҙе.