6 декабрь, Шишәмбе

11 февраль 2015 йыл, 10:26

Рөстәм Хәмитов Ишембай халҡын ҡаланың 75 йыллығы менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ишембайға нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов ҡаланың сәнәғәт предприятиелары продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны, Ишембай халҡын байрам менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы.

– Ишембай ере төйәгебеҙҙең тарихында мөһим роль уйнаны – ул башҡорт нефть тармағының сығанағына әүерелде. 1932 йылдың майында тап ошонда мастер Михаил Коровников бригадаһы быраулаған 702-се скважинанан нефть фонтаны урғылды. Шунан башланды ла инде Башҡортостандың нефть сығарыу сәнәғәте, – тип билдәләне республика Башлығы.

Данлы хеҙмәт традицияларын дауам итеүсе предприятиелар араһынан Рөстәм Хәмитов «Ишембайнефть», Ишембай махсус химик катализаторҙар заводын, «Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен һәм «Витязь» машиналар төҙөү компанияһын атаны.

2010 йылдан Ишембайҙа төп капиталға инвестициялар күләме 1,5 миллиардтан  2,7 миллиард һумға тиклем күтәрелгән. Былтыр сәнәғәт етештереүе индексы уртаса республика кимәленә – 103,5 процентҡа еткән. Һуңғы дүрт йылда район тупланма бюджетының килем өлөшө 35-тән 48 процентҡа артҡан.

Шуның менән бергә ҡалала проблемалы урындар ҙә бар. Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөнгө көнгә ойоҡ һәм трикотаж фабрикалары тулы ҡеүәтенә эшләмәй, Ишембай машиналар төҙөү заводында милексе менән ауырлыҡтар килеп тыуҙы. Әлеге ваҡытта ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡарала.

Республика Башлығы фекеренсә, халыҡтың социаль именлеге, тормош кимәленең юғарылығы ҡала властары һәм предприятиелары эшмәкәрлегендә тәүге урында булырға тейеш.

Ҡалала мәҙәниәт һәм мәғариф системаһы үҫеше мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында.

– Ишембай – бик матур ҡала. Һеҙ төҙөкләндереү буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирештегеҙ. Кешеләрҙең таҙалыҡ һәм тәртип булдырырға тырышыуы  күренеп тора. Ҡала хеҙмәттәренең эше яйға һалынған, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов ветерандарға һәм Ишембай ҡалаһының почетлы граждандарына яҡшы эштәре һәм әүҙем тормош позициялары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.