10 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2015 йыл, 18:03

Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре-2015» шиғриәт фестивале асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәләбәйҙә XV «Илһам шишмәләре-2015» төбәк-ара шиғриәт фестивале башланды. Быйыл ул Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән  Әҙәбиәт йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған.

Фестиваль 9 февралдән 20 мартҡа тиклем өс этапта үтә. 27 февралгә ҡәҙәр «Белебеевские известия» гәзите редакцияһына рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә ижад иткән үҙешмәкәр шағирҙарҙың эштәре ҡабул ителә. 157 ҡатнашыусы шиғырҙарын ебәргән дә инде, тип хәбәр итте «Белебеевские известия» гәзитенең баш мөхәррире, жюри рәйесе Любовь Иванова.

Икенсе этапта ете лауреат  (шул иҫәптән Гран-приға эйә булыусы) һәм төрлө номинация дипломанттары билдәләнә.

Һуңғы этапта 19-20 мартта фестиваль еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Уға тиклем «Илһам шишмәләре-2015» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың шиғырҙары ингән «Йәйғор» альманахы донъя күрәсәк.

— Йола буйынса, милли әҙәбиәткә ҙур өлөш индергән, данлыҡлы шағир Фәтих Кәримдең ижадын пропагандалаусы танылған әҙәбиәтселәргә, шағирҙарға, ғалимдарға әҙәби премия тапшырыласаҡ. Ул 1999 йылда Бәләбәй районы хакимиәте тарафынан булдырылған. Ошо йылдар эсендә Фәтих Кәрим исемендәге премияға Башҡортостандан, Татарстандан һәм Сыуаш Республикаһынан 53 кеше лайыҡ булған, — тип асыҡлыҡ индерҙе Любовь Иванова.

Ғаризалар һәм эштәр «Белебеевские известия» гәзите редакцияһына һәм bel_izv@front.ru, 7@belizv.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. «Илһам шишмәләре-2015» фестивале тураһында положение менән гәзиттең сайтында танышырға мөмкин.