5 декабрь, Дүшәмбе

10 февраль 2015 йыл, 17:19

Өфөлә илдең бизнес-омбудсмендары коррупцияға ҡаршы сара уйлап табасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.17 февралдән 19-на тиклем Өфөлә Европа Советы эгидаһы аҫтында төбәк бизнес-омбудсмендары һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәре өсөн «Рәсәй Федерацияһында коррупция хәүефе һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса механизмдар» тип аталған семинар һәм тренинг үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостандың бизнес-омбудсмены эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппараттың  матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Форум барышында унда ҡатнашыусылар ришүәтселеккә ҡаршы ҡануниәт менән танышасаҡ, коррупция менән көрәш һәм эшҡыуарҙарҙы яҡлау механизмдарын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.

17 февралдә профилле дискуссия ойошторола, унда Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Арбитраж суд һәм прокуратура вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Һуңынан ришүәтселеккә ҡаршы хәрәкәт буйынса Рәсәй һәм Европа тәжрибәһен дөйөмләштереү темаһына семинар, шулай уҡ «Коррупция хәүефе һәм эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау» ҡулланмаһы презентацияһын үткәреү ҡаралған.