10 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2015 йыл, 16:43

Өфө V Бөтә Рәсәй фән фестивален уҙғарыу урыны итеп һайланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2015 йылда Өфө Мәскәү, Дондағы Ростов һәм Красноярск ҡалалары менән бер рәттән V Бөтә Рәсәй фән фестивален ҡабул итәсәк. Был хаҡта ҡарар  РФ Мәғариф һәм фән министрлығында үткән фестивалде ойоштороу комитеты ултырышында ҡабул ителде. Ултырышта ойоштороу комитеты рәйесе — РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов, рәйестәш — М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий, төбәк һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандан Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин сығыш яһаны, ул Өфөнө фестивалдең үҙәк төбәк майҙансығы булараҡ тәҡдим итте. Ойоштороу комитеты Башҡортостандың баш ҡалаһы кандидатураһын Урал һәм Волга буйы федераль округтарында Фән фестиваленең төп майҙансы булыуын бер тауыштан хупланы.  

Мөһим интеллектуаль байрамдың майҙансығы итеп Өфөнөң һайланыуы һис тә осраҡлы түгел. 2013 һәм 2014 йылдарҙа бында Башҡортостандың Фәндәр академияһы һәм республиканың Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды тарафынан ошоға оҡшаш төбәк форумдары ойошторолдо.

Башҡортостандың Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Гүзәл Ғүмәрова әйтеүенсә, 25 сентябрҙән 27-нә тиклем Өфөлә Рәсәйҙең һәм донъяның билдәле ғалимдары лекция уҡыясаҡ, яңы мультимедиа технологиялары күргәҙмәһе үтәсәк. Фәнни сараны ойоштороуға бөтә университеттар, институттар һәм ғилми учреждениелар йәлеп ителәсәк.

Былтыр Федерацияның 70 субъектында Бөтә Рәсәй фән фестивале үтте, уға ике миллионға яҡын кеше килде, шуларҙың 70 проценты — уҡыусылар һәм студенттар.

Ойоштороу комитеты ултырышы тамамланғас, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Бәхтизин РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов һәм Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий менән осрашты.