Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Әсә йөрәге» тип аталған шиғри бәйге иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналында Әҙәбиәт йылы уңайынан әсәйҙәргә булған мөхәббәт хистәре һәм әсәлек темаһына арналған «Әсә йөрәге» конкурсы башланды. Ирекле стилдә яҙылған шиғырҙар декабргә тиклем ҡабул ителә. Ярышта журналды яҙҙырып уҡыусылар араһынан теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Һәр автор бер әҫәр менән ҡатнашыу хоҡуғына эйә.

— Конкурстың маҡсаты — журнал уҡыусыларҙа ижадҡа, шиғриәткә һәм әсәлек проблемаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ҡатын-ҡыҙҙар журналына танылған яҙыусыларҙы йәлеп итеү, башҡорт шиғриәтендә яңы исемдәр асыу, — тип аңлатма бирҙе әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғариф бүлеге мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова.

Әҫәрҙәр шиғри бәйгегә тигән билдә менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналының «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмө диуарына баҫма тексы беркетелгән видеояҙма рәүешендә ҡабул ителә. Видеояҙма журналдың рәсми сайтында ла урын аласаҡ.

Еңеүселәрҙе декабрь айында мәртәбәле баһалама ағзалары билдәләйәсәк. Бөтә лауреаттарға редакцияның махсус дипломдары һәм биш, өс һәм ике мең һум күләмендәге аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ. Иң күп «лайк» һәм репост йыйыусы ике авторҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть