Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Уҙған аҙнала Башҡортостанда 23,5 мең кешегә киҫкен респиратор вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Үткән аҙнала Башҡортостанда 23,5 мең кеше киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) һәм киҙеү менән сирләгән. Был күрһәткес уртаса күп йыллыҡ кимәлдән 3,2 процентҡа юғарыраҡ. Дөйөм алғанда, бөтә йәш категорияларында ла ауырыусыларҙың күбәйеүе билдәләнә. Айырыуса 7-14 йәшлек мәктәп уҡыусылары араһында эпидемик сиктең артыуы теркәлгән.

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә һигеҙ меңдән ашыу кеше ОРВИ һәм киҙеү менән сирләгән, эпидемик сик 5,7 процентҡа күтәрелгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.

Мониторинг сиктәрендә төбәктә А2 һәм В тибындағы грипп вирустарының бүленеүе асыҡланған.

Бөгөнгө көндә республикала киҙеү һәм ОРВИ буйынса хәл Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда тынысыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, 12 февралдән Өфөлә сикләү саралары индерелә, тип өҫтәнеләр ведомствола.

  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть