Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Республика журналистары һәм музей хеҙмәткәрҙәре Волга буйы федераль округының «Еңеү» проектында ҡатнаша ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан журналистары һәм музей хеҙмәткәрҙәре Волга буйы федераль округының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү айҡанлы ойошторолған «Еңеү» проектында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Был акция йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә, патриотизм темаһын яҡтыртыуҙың яңы формаларын әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Еңеү» проекты «Иң яҡшы музей экспозициялары», «Иң яҡшы хәрби-патриотик клубтар», «Иң яҡшы журналист эштәре» конкурстарын үҙ эсенә алған бер нисә проектты берләштерә. Тәүге номинацияла төбәк, ҡала һәм ауыл, мәктәп музейҙары ҡатнаша ала. Журналистарҙан хәрби-патриотик темаға ҡағылышлы эштәр ҡабул ителә.

— Конкурс комиссияһында Йәмәғәт советы ағзалары буласаҡ. Беҙ ошо конкурстарҙы грант нигеҙендә үткәрәсәкбеҙ, иң яҡшыларҙы билдәләйәсәкбеҙ, — ип аңлатты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич.

Конкурс тураһында положение менән тулы хоҡуҡлы вәкилдең сайтында танышырға була. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 16 февралдән 5 апрелгә тиклем  Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор аппаратына ебәрергә кәрәк. Электрон почта: ismagilova.aa@bashkortostan.ru. Белешмә өсөн телефон: (347) 280-84-93.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть