Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Рәсәй Хөкүмәте «Башнефт»тең директорҙар советына кандидаттар тәҡдим итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Шишәмбе көндө Рәсәй Хөкүмәте «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советына кандидаттар исемлеген баҫтырып сығарҙы.

РФ Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, нефть компанияһының директорҙар советына ун кандидатура тәҡдим ителә. Рәсәй Федерацияһы вәкилдәре сифатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев, Росимущество идаралығы етәксеһе Виталий Сергейчук, Рәсәй Федерацияһы энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслер, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты, идаралыҡ рәйесе Леонид Корсик, «Рәсәй геология йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһы президенты Виктор Орлов, «СоюзНефтеГаз» дәүләт-ара нефть компанияһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Юрий Шафраник күрһәтелгән. Ирекле директорҙарға кандидаттар — KAZ Minerals PLС компанияһының директорҙар советы ағзаһы Чарльз Ватсон, IG Seismic Services PLC директорҙар советы ағзаһы Морис Дижоль һәм Considine Solutions Pty Ltd компанияһы директоры Энтони Консидайн.

Ревизия комиссияһына индереү өсөн кандидаттар ҙа тәҡдим ителгән.

«Башнефт»тең директорҙар советын һәм ревизия комиссияһын яңынан һайлау йыйылышы 11 мартта уҙа.  

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акцияларының 84 проценты — Рәсәй Федерацияһыныҡы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть