6 декабрь, Шишәмбе

10 февраль 2015 йыл, 10:28

Босниялағы «Алтайҙан Балҡанға тиклем төрки дөнъяһы» күргәҙмәһендә башҡорт рәссамдарының эштәре ҡуйылған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Боснияның баш ҡалаһы Сараевола «Алтайҙан Балҡанға тиклем төрки дөнъяһы» тип аталған художество күргәҙмәһе асылды. Проект Сараеволағы ҡышҡы фестиваль сиктәрендә үтә.

Экспозицияла 16 төрки телле илдәрҙән — Әзербайжан, Төркиә, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Гагаузия (Молдова), Рәсәй Федерацияһы республикаларынан килгән 33 рәссамдың әҫәрҙәре тәҡдим ителгән. Эштәр араһында өс башҡорт авторының — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилевтың, Земфира Ғәлимованың һәм Әлиә Байрамғолованың әҫәрҙәре лә бар.

— Рәссамдар күргәҙмәһе 17-се тапҡыр уҙғарыла. Беҙҙең ойошманың архивында төрки дөнъяһының матурлығы хаҡында бәйән итеүсе меңгә яҡын картина иҫәпләнә, — тип билдәләне ТЮРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов.

Элекке йылдарҙа төрки телле илдәр рәссамдарының эштәре күп кенә дәүләттәрҙә күрһәтелде, әммә Балҡан илдәрендә күргәҙмә тәүге тапҡыр ойошторола, тип аңлатма бирҙеләр ТЮРКСОЙ-ҙың матбуғат хеҙмәтендә.