Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропорты — Рәсәйҙең иң ҙур ун аэропорты исемлегендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

«Өфө» аэропорты илдең иң ҙур 15 аэропорты исемлегендә унынсы урынды биләне. Рейтинг 2014 йылғы статистик мәғлүмәттәр нигеҙендә ТАСС агентлығы тарафынан төҙөлгән.

Тәүге бишәү исемлеге үткән йылғы рейтинг менән сағыштырғанда үҙгәрешһеҙ ҡалған: Мәскәүҙең «Домодедово» аэропорты — лидер, икенсе урында — «Шереметьево», артабан Санкт-Петербургтың «Пулково» һәм Мәскәүҙең «Внуково» аэропорттары. Бишенсе урынды Екатеринбург ҡалаһының «Кольцово» аэропорты биләй.

2014 йылда «Өфө» аэропортының пассажирҙар ағымы 2,38 миллион кеше тәшкил иткән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өфө» аэропортында дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метрлыҡ халыҡ-ара терминал төҙөлөшө тамамлана. Ул сит илдәргә сәғәтенә 800-гә яҡын пассажирҙы сығарыу мөмкинлеген бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть