Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Азамат Сәлихов «Башҡортостан» ДТРК-һы генераль директоры итеп тәғәйенләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Билдәле журналист Азамат Сәлихов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының филиалы — «Башҡортостан» ДТРК-һын етәкләне.

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов яңы етәксене коллектив менән таныштырҙы. Ул Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының республика филиалы  илдә иң яҡшыларҙың береһе тип билдәләне. Бында тәжрибәле белгестәр эшләй, «Вести-Башкортостан» тапшырыуының рейтингтары федераль сығарылыштарҙан да уҙып китә.

Азамат Сәлихов 2000 йылдарҙан алып Башҡортостан һәм күрше төбәктәр — Удмуртия һәм Ырымбур өлкәләре буйынса Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән. 2014 йылдың июлендә Украинаға командировкаға барышында һөнәри бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Салауат Юлаев исемендәге орден менән бүләкләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть