
Каратист Альберт Ғәлимов — Европа чемпионатының бронза призеры
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.
Цюрихта йәштәр араһында каратэ буйынса 42-се Европа чемпионаты үтте. Чемпионатта 47 илдән меңгә яҡын спортсы ҡатнашты. Улар 35 категорияла наградалар комплекты өсөн көрәште.
Өфө спортсыһы Альберт Ғәлимов 63 килограмм ауырлыҡ категорияһында 14-15 йәшлектәр араһында кумиту бүлегендә сығыш яһаны һәм бронза миҙал яуланы.








