Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.91 ↑

EUR 69.68 ↑

27 июль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

12 февралдә Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә — йәштәр хеҙмәт биржаһында вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк, тип хәбәр ителә ҡала хакимиәте сайтында.

Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә: хәрәкәт хәүефһеҙлеге буйынса инженер, педагог, баш бухгалтер, юрист, табип, сәс алыусы, вахтер, водитель, кер үтекләүсе. Вакансия һайлауҙан тыш, Мәшғүллек үҙәге белгестәре эшмәкәрлек һәм уҡыу йүнәлешен һайлау буйынса индивидуаль консультациялар бирә, ҡыҙыҡһыныуҙарҙы һәм шәхси сифаттарҙы билдәләү маҡсатында компьютерҙа тест үткәрә.

Эш эҙләүселәр өсөн «Уңышҡа табан 10 аҙым» махсус оҫталыҡ дәресе планлаштырылған.

Вакансиялар йәрминкәһе сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть