9 декабрь, Йома

09 февраль 2015 йыл, 15:37

Республика — тыуым буйынса Волга буйы федераль округында лидер

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 1000 кешегә 14,9 күрһәткесе менән тыуым кимәле буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урында, тип хәбәр итте Росстаттың төбәк органы.

Үлем кимәле буйынса Башҡортостан 1000 кешегә 13,2 коэффициенты менән Татарстандан (12,2) һәм Удмурт Республикаһынан (12,8) ҡала өсөнсө урында килә.