10 декабрь, Шәмбе

09 февраль 2015 йыл, 15:12

2014 йылда төбәк халҡы 1919 кешегә артҡан

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2015 йылдың башына республикала йәшәүселәр һаны 4 071 617 кеше тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда халыҡ һаны 1919 кешегә йәки 0,05 процентҡа артҡан.

Тәбиғи үҫеш 6949 кеше тәшкил иткән: 60517 сабый тыуған (2013 йылға ҡарағанда 2,1 процентҡа күберәк), 53568 кеше вафат булған (0,4 процентҡа күберәк). Шулай итеп, тыуыусылар һаны үлеүселәр һанынан 13 процентҡа артҡан (Рәсәй буйынса уртаса — 1,8 процентҡа).

2014 йыл йомғаҡтары буйынса миграцияның кәмеүе 4441 кеше тәшкил иткән: 58,2 мең кеше республиканан ситкә йәшәргә киткән, 53,7 меңе Башҡортостанға күсеп килгән.

Волга буйы федераль округы субъекттары араһында Башҡортостанда, Татарстанда, Удмурт Республикаһында, Пермь крайында һәм Һамар өлкәһендә халыҡ һанының артыуы күҙәтелә. Дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округы буйынса халыҡ һаны 21 мең кешегә йәки 0,1 процентҡа кәмегән, һәм 29 милллион 717,8 мең тәшкил иткән.