11 декабрь, Йәкшәмбе

09 февраль 2015 йыл, 14:42

Өфөлә патриотик йыр конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Йәштәр тыныслыҡ йырын йырлай!» тип аталған патриотик йыр конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. 2015  йылда бәйге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған.

Конкурста 10 йәштән 30 йәшкәсә яңғыҙ башҡарыусылар, вокаль ансамблдәр (дуэт, трио, вокаль төркөмдәр), шул иҫәптән профессиональ артистар ҙа, һәүәҫкәр йырсылар ҙа ҡатнаша ала. Һайлап алыу туры —  27-28 мартта, конкурстың финалы апрелдә уҙа. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса жюри һәр йәш категорияһында лауреаттарҙы билдәләйәсәк. Финалистар приздар һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк.

Ойоштороусылар — ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте комитеты, Өфөнөң Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге һәм «Йәш ижад» үҙәге.

Ғаризалар 2015 йылдың 31 мартына тиклем molodoe.tvorchestvo@yandex.ru электрон почтаһына йәки Өфө ҡалаһы, Сипайлово урамы, 14 адресы буйынса ҡабул ителә.

Конкурсты үткәреү тураһында положение һәм ҡатнашыу өсөн заявка формаһы йәштәр сәйәсәте комитетының сайтында бирелгән. Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 279-06-60 телефоны буйынса алырға мөмкин.

«Йәштәр тыныслыҡ йырын йырлай!» конкурсы Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Йылдан-йыл фестиваль популярлыҡ яулай бара. 2014 йылда унда Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 600-ҙән ашыу йәш башҡарыусы ҡатнашҡан.