7 декабрь, Шаршамбы

09 февраль 2015 йыл, 14:06

Башҡортостан предприятиелары Рәсәйҙең система барлыҡҡа килтереүсе компаниялары исемлегенә инде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәйҙең система барлыҡҡа килтереүсе компаниялары исемлеген баҫтырып сығарҙы. Уға дөйөм милли килеменең 70 проценттан ашыуын дөйөм табыш тәшкил иткән, ә хеҙмәткәрҙәр һаны иҡтисадта мәшғүл булыусыларҙың 20 процентынан күберәк 199 предприятие инде, тип хәбәр ителә министрлыҡ сайтында. Улар эске тулайым продуктты формалаштырыуға, халыҡтың мәшғүллегенә һәм социаль тотороҡлоҡҡа тәьҫир итә.

Система барлыҡҡа килтереүсе компаниялар исемлегенә Башҡортостан предприятиелары ла индерелгән: «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башкирская генерирующая компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт. Исемлектә Башҡортостан компанияларын берләштереүсе эре холдингтар ҙа бар. Улар араһында —  «Башкирская химия» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Башҡорт сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен үҙ эсенә ала), «СИБУР Холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), «УГМК Холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Башмедь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт), «Русгидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт), «Электрозавод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Өфө трансформатор заводы» айырым подразделениеһы, «Электроаппарат» Өфө заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте).

Компанияны система барлыҡҡа килтереүселәр исемлегенә кертеү дәүләт ярҙамына гарантия бирмәй — компания бер нисә шартты үтәргә тейеш буласаҡ. Исемлеккә төҙәтмәләр ҙә индерелеүе мөмкин.