10 декабрь, Шәмбе

09 февраль 2015 йыл, 12:37

Семен Елистратов — Дрездендағы Донъя кубогы этабы чемпионы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфө спортсыһы Семен Елистратов 1000 метрлыҡ дистанцияла шорт-трек буйынса Донъя кубогы этабында еңеү яуланы. Ярыштар Германияның Дрезден ҡалаһында уҙа.

Икенсе урында — Рәсәйҙән Владимир Григорьев, өсөнсөлә — Голландия спортсыһы Шинки Кнегт.

Күп тапҡыр олимпия чемпионы Виктор Ан был дистанцияла алтынсы урын алды.