6 декабрь, Шишәмбе

09 февраль 2015 йыл, 12:01

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 6 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда етештереү һәм сәнәғәт, консалтинг хеҙмәттәре, мәғариф һәм IT-технологиялары, сауҙа, туризм, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә һәм башҡа тармаҡтарҙа  мәшғүл булған эшҡыуарҙар, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, йәмәғәт ойошмалары һәм кредит учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙа яҡтар бөгөнгө көндә эшҡыуарҙарҙы борсоған мөһим мәсьәләләрҙе, шулай уҡ власть менән бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.

Республика башлығы хәҙерге көндә республикала 40 мең бәләкәй һәм 300-гә яҡын урта предприятие эшләй тип билдәләне. 85 мең самаһы кеше — шәхси эшҡыуар. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары персоналдары һаны — 340 мең кеше. Дөйөм әйләнеш 675 миллиард һумға йәки Башҡортостандың сәнәғәт һәм тауар етештереү әйләнеше 27 процентҡа етә. Шуның менән бергә эшҡыуарлыҡтың был өлөшөндәге инвестициялары бөтәһе 10 процент тирәһе тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов социологик һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә ҡамасаулаусы биш ҡаршылыҡты атаны.

– Юғары һалымдар, иҡтисади хәлдең билдәһеҙлеге, кредит буйынса юғары ставкалар, һалым ҡануниәтенең тотороҡһоҙлоғо, власть структуралары яғынан эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын боҙоу. Бөгөнгө көндә эшҡыуарҙарҙы борсоған биш проблема ошо, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы тап бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа үҫеш драйверы булыуы ихтимал тип билдәләне.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.