11 декабрь, Йәкшәмбе

09 февраль 2015 йыл, 10:51

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы — Рәсәйҙең иң популяр 15 телеканалы исемлегендә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рәсәй TNS тикшеренеү төркөмө илдең иң популяр 15 төбәк телеканалдары исемлеген билдәләне.

Тәүлегенә 18 сәғәттән ашыу күрһәткән үҙ аллы каналдар рейтингында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Екатеринбургтың «Дүртенсе каналы» менән алтынсы һәм етенсе урындарҙы биләй.

Төбәк телеканалдары тамашасыларының өҫтөнлөктәрен өйрәнгәндән һуң, тикшеренеү төркөмө уларҙың яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләй. Шуның менән бергә телеканалда киске 10-сы яртыла эфирға сығыусы «Яңылыҡтар» биш көндәлек төбәк мәғлүмәт сығарылыштары исемлегенә инә.

— Республиканың ике дәүләт телендә — рус һәм башҡорт телдәрендә эфирға сыҡҡан яңылыҡтар сығарылышы халыҡҡа мөһим хәл-ваҡиғалар тураһында еткерә. Төбәк проблемалары федераль каналдарҙы ҡыҙыҡһындырмауы бер кемгә лә сер түгел. Тәү сиратта урындағы аудиторияның мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып эшләйбеҙ. Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар сығарылышы төбәктәге хәлдәрҙе сағылдырыусы урындағы телеканалдар араһында берҙән-бер мәғлүмәт хеҙмәте, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан юлдаш телеканалының  баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.

— Көн һайын хәбәрселәребеҙ Башҡортостандың бер нисә районына юллана, ваҡиға урынынан репортаждар эшләй, кәрәк булһа, тура эфирға сыға, — тип һөйләне Яңылыҡтар хеҙмәтенең төп редакцияһы етәксеһе Шамил Ишемйәров. — Беҙҙең кәрәҙле элемтә каналдары буйынса эшләүсе махсус ҡорамалыбыҙ бар, ул тиҙ арала республиканың теләһә ҡайһы нөктәһенән телевизион сигналды тапшырырға, яңылыҡтар программаһына тоташтырырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, беҙгә район һәм ҡалаларҙағы телеканалдарҙа эшләүсе коллегаларыбыҙ ярҙам итә.

Рәсәй TNS тикшеренеү төркөмөнөң мәғлүмәттәре буйынса, төбәктәрҙәге тамашасыларҙы спорт, танып белеү тапшырыуҙары, фильмдар һәм сериалдар ҡыҙыҡһындыра. Ә бына күңел-асыу ток-шоуҙарына ихтыяж төшкән.

Рәсәйҙә телевизор ҡараусыларҙың йәше артыуы күҙәтелә. Төп аудиторияның йәше — 55-тән ашыу. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бындай йүнәлеш түбәндәгесә сағылыш тапты: әгәр элек каналды ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡараһа, хәҙер иһә ир-аттар ҙа бар. Төп тамашасылар — 35-54 йәшлектәр һәм 55 йәштән өлкәндәр.