3 декабрь, Шәмбе

06 февраль 2015 йыл, 18:01

Башҡортостандың йәш ғалимдары РФ Президенты гранттарына лайыҡ булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының дүрт фән кандидаты Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын алды. Конкурс йәш Рәсәй ғалимдарының — фән кандидаттары һәм докторҙарының тикшеренеүҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн уҙғарыла.

«Техник һәм инженер фәндәре» йүнәлеше буйынса эштәрен тәҡдим иткән ике фән кандидаты быйылғы конкурстың еңеүселәре булды. Өфө дәүләт нефть техник университетының транспорт һәм нефтте, газды һаҡлау кафедраһы доценты Әнүәр Вәлиев бер нисә йыл инде сәнәғәт биналарын һәм ҡоролмаларын вибрация емерелеүенән һаҡлау темаһы өҫтөндә эшләй. Йәш ғалим полиуретандан яңы быуын тирбәлеү изоляторын уйлап тапҡан, ул тирбәлеү кимәлен ундарса һәм йөҙҙәрсә тапҡыр кәметергә мөмкинлек бирә.

Фән кандидаты президент гранты аҡсаһын ҡоролманы артабан әҙерләүгә йүнәлтергә ниәтләй. Ғалим фекеренсә, камиллаштырылған тирбәлеү изоляторҙарын төрлө өлкәләрҙә — көнкүреш приборҙарын етештереүҙән алып атом электр станциялары эшендә ҡулланырға мөмкин.

Өфө дәүләт авиация техник университетының техник фәндәр кандидаты Александр Кишаловтың эше лә техник һәм инженер фәндәре өлкәһендә дәүләт яҡлауына лайыҡ булды. Уның эше һауа-реактив двигателдәрен проектлауҙы автоматлаштырыуға ҡағыла.

«Мәғлүмәт-телекоммуникация системалары һәм технологиялары» йүнәлеше буйынса грантты шул уҡ университеттың электроника һәм биомедицина технологиялары кафедраһы доценты Андрей Воробьев алды. Математика һәм механика өлкәһендә Башҡорт дәүләт университетының ғәмәли математика һәм һан алымдары кафедраһы доценты Айгөл Манапова айырылып торҙо.

Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары ғәмәли тикшеренеүҙәр уҙғарыуға сығымдарҙы финанслау өсөн ике йылға бүленә. Фән кандидатының грант күләме — йылына 600 мең һум, фән докторының 1 миллион һум тәшкил итә.