8 декабрь, Кесе йома

06 февраль 2015 йыл, 17:18

Башҡортостанда 8 мең гектарҙа йәш ағастар ултыртыласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 2015 йылда Башҡортостанда 8,1 мең гектар майҙанда йәш ағас үҫентеләрен ултыртыу планлаштырыла. Бөтәһе 10,5 мең гектарҙан ашыу ерҙә урман тергеҙеү эштәре алып барыласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Эштәр апрель аҙағында — май баштарында, ағастарҙың бөрөһө асылғанға тиклем башланасаҡ.

Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, БР Урман хужалығы министрылығы ҡарамағындағы учреждениеларҙан тыш, биләмәләрҙе ҡуртымға алыусылар ҙа урман тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк. Быйыл улар 5 мең гектарҙа йәш ағастар ултыртырға тейеш.