5 декабрь, Дүшәмбе

06 февраль 2015 йыл, 15:11

Башҡортостанда ветерандар һәм тыл эшсәндәре Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдарын аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йәшәүсе ветерандарға һәм тыл эшсәндәренә Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ.

2013 йылдың декабрендә РФ Президенты Владимир Путин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы, был миҙал менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрбиҙәр, партизандар, тыл эшсәндәре, концлагерь тотҡондары бүләкләнәсәк.

Юбилей миҙалының диаметры — 32 миллиметр, ул көмөш төҫөндәге металдан эшләнгән. Миҙалдың алғы яғында күп төҫлө I дәрәжә Ватан һуғышы ордены билдәһе төшөрөлгән. Икенсе яғында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» тип яҙылған.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 69 меңгә яҡын ветеран йәшәй, шуларҙың 65 меңгә яҡыны награда аласаҡ. Өфөлә 15 мең ветеранға юбилей миҙалдарын тапшырыу күҙаллана.

Юбилей миҙалдарын алыусыларҙың тулы исемлеге менән БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.