11 декабрь, Йәкшәмбе

06 февраль 2015 йыл, 14:30

Баш ҡалала «Ветеран менән селфи» акцияһы башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә «Ветеран менән селфи» акцияһы башланды. Ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм республиканың Йәштәр йәмәғәт палатаһы булышлығында «Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

1 июнгә тиклем һәр кем ветеран менән төшкән фотоһүрәтен Instagram, Facebook һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә урынлаштыра ала. Фотоһүрәттәрҙе #мойветеран билдәһе менән ҡуйырға кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы йәки тыл эшсәненең исем-фамилияһы, йәше, фотоға төшкән урыны хаҡында мәғлүмәттәр биреү мотлаҡ. Бынан тыш, ветеран тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы, йәштәргә теләктәрен бәйән итеү зарур.  

— Бөйөк Ватан һуғышы тарихын унда ҡатнашыусыларҙан ишетеү бик мөһим, — тип билдәләне «Ветеран менән селфи» акцияһы авторы, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Айгөл Теләшева. — Беҙҙең акция һуғышты үткән кешеләр менән аралашырға мөмкинлек бирәсәк. Был ветерандар өсөн дә бик мөһим, сөнки уларға ярҙам һәм иғтибар етешмәй.

Проект авторы фекеренсә, белем биреү учреждениеларындағы лекциялар һәм йәштәрҙе ил тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеүҙең башҡа  юлдары етерлек һөҙөмтә бирмәй, шуға күрә заманса алымдарҙы ҡулланырға кәрәк. Ошондай патриотик акциялар үткәреү арҡаһында һуғыш йылдары тарихы күп быуындарҙың хәтерендә ҡаласаҡ, тип ышана акцияны ойоштороусылар.