9 декабрь, Йома

06 февраль 2015 йыл, 13:45

Шәмбе көндө Өфөлә ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. 7 февралдә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре эшләй башлай. Йәрминкәләр ай буйына барасаҡ. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, етештереүселәр арзан хаҡҡа төрлө аҙыҡ-түлек продукттары тәҡдим итәсәк. Аграр ведомство хаҡтар мониторингы үткәрәсәк.

7 февралдә Өфөнөң Киров, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе, Совет райондарында йәрминкәләр үтә. Сауҙа Эшсе хәбәрселәр, Зорге урамдарында, «Пушкин» сауҙа-сервис комплексы, «Народный» павильоны (Өфө — Затон трассаһы), «Меркурий» сауҙа үҙәге, БДАУ-ның Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа ойоштороласаҡ.