9 декабрь, Йома

06 февраль 2015 йыл, 12:23

«Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығышында китап продукцияһы күргәҙмәһен ойоштора

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡалалары һәм райондарында китаптарҙы күргәҙмә-һатыу ойоштора.

Баймаҡта китаптар күргәҙмәһе 10 февралдә уҙа. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районында Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ. Сара сиктәрендә 2014 йылда донъя күргән «Хөкүмәт рәйесе. Зекериә Аҡназаров» китабының исем туйы үтәсәк. 11 февралдә Әбйәлил районының Асҡар һәм Баймаҡ районының Темәс ауылдары халҡы яңы сыҡҡан  китаптар менән танышасаҡ. 12 февралдә Бөрйән районы Собханғол ауылының мәҙәниәт йорто фойеһында китап продукцияһы күргәҙмә-һатыу ойошторола.

Унда Мостай Кәримдең, Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре, «Йәш тауыштар» серияһынан китаптар, балалар баҫмалары тәҡдим ителәсәк.

Тәҡдим ителәсәк әҙәбиәт араһында СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм Зекериә Аҡназаров хаҡында китаптар, «Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яңы тарихы», «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» тарихи баҫмалары; башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған «Бөйөк Салауат» йыйынтығы; «Урал-батыр» эпосы (башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә); мосолман, йыртма, мәктәп календарҙары; уҡыу һәм методик әсбаптар бар.

Күргәҙмә-йәрминкәләрҙе үткәреү урыны һәм ваҡыты тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте район гәзиттәренән уҡып белергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.