10 декабрь, Шәмбе

06 февраль 2015 йыл, 11:29

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына Өфөләге бизнес-инкубаторҙа урын алыу мөмкинлеге бирелә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын Өфөләге бизнес-инкубаторҙа урын алыу өсөн асыҡ конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Проекттың ойоштороусыһы — Өфөнөң бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү ҡала фонды.

Фондтың сайтында хәбәр ителеүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн документтар 10 февралгә ҡәҙәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-сы яртыға тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 19.

Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 273-12-45 телефоны буйынса йәки Өфөнөң бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү ҡала фонды сайтынан алырға була.