7 декабрь, Шаршамбы

06 февраль 2015 йыл, 11:05

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының белем биреү программаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» программаһы эксперттар тарафынан иң яҡшыһы тип баһаланды. Башҡорт ғалимдарының уҡыу ҡулланмаһы «Инновациялы Рәсәйҙең иң яҡшы белем биреү программалары» йыйынтығына инде.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был проект белем биреү программаларының сифатын баһалауҙың ғәҙел критерийы булып тора һәм киң академия һәм профессиональ йәмәғәтселек араһында танылыу тапты. Академияның 2013-2014 йылғы йыйынтыҡҡа ингән «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» уҡыу методикаһы дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһы мөдире Илшат Рысаев тарафынан әҙерләнгән.

Профессиональ белем биреү өлкәһендәге эксперттар гильдияһы, «Аккредитация в образовании» журналы редакцияһы ла башҡорт ғалимдарының юғары ҡаҙанышын билдәләне.