7 декабрь, Шаршамбы

06 февраль 2015 йыл, 10:02

Рөстәм Хәмитов Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары айҡанлы төҙөлөүсе объекттарҙың әҙерлеген баһаланы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 5 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә төҙөлөүсе ҡунаҡханаларҙы, реконструкцияланыусы Конгресс-холл бинаһын ҡараны.

Төбәк етәксеһе ете ҡунаҡханала булды, уларҙың икеһе лә юғары әҙерлек кимәлендә. Бары кухня ҡорамалдарын монтажлау, хеҙмәткәрҙәр алыу һәм номерҙарҙы әҙерләү кеүек эштәр генә ҡалған. Өс аҙнанан Гоголь урамындағы «Атола» ҡунаҡханаһын асыу планлаштырыла, ә Аксаков урамында урынлашҡан «Hilton Garden Inn Ufa» отеле 20 мартта тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итә.

Рөстәм Хәмитов «Hilton Garden Inn Ufa» ҡунаҡханаһындағы конференция залдарын, ресторанды һәм номер фондын ҡараны, интернеттың тиҙлеген тикшерҙе.

Республика етәксеһенең һүҙҙәренсә, саммиттарҙы үткәреү ваҡытында көтөлмәгән хәлдәр килеп тыумаһын өсөн отелде асыу менән уны һынап ҡарарға кәрәк.

«Парк-Сити Урал», «Hampton by Hilton Ufa», «Holiday Inn Ufa», «Башкортостан», «Sheraton» ҡунаҡханаларында эштәр планға ярашлы бара. Мәҫәлән, «Hampton by Hilton Ufa» отелендә фасад эштәре, номер фондын биҙәкләү тамамлана, ә «Sheraton» отелендә мебель килтереү көтөлә.

– Саммиттарға тиклем күп ҡалманы. Эш күләме бик ҙур, бөтә объекттарҙың да ваҡытында асылыуын теләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов, был этапта ҡорамалдар һатып алыуға һәм персоналды әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләп.

Республика Башлығы ШОС һәм БРИКС саммиттарының мөһим саралары уҙасаҡ Конгресс-холл бинаһын төҙөкләндереү барышы менән дә танышты. Башҡортостан Хөкүмәте министры Руслан Мирсаяпов төп төҙөлөш эштәренең ҙур кәңәшмәләр, шулай уҡ ике яҡлы осрашыуҙар өсөн тәғәйенләнгән биналарҙа башланыуы тураһында һөйләне. Уларҙың барыһы ла федераль ойоштороу комитеты талаптарына ярашлы әҙерләнгән.

Рөстәм Хәмитов бөтә дүрт кимәлде лә ҡарап сыҡты, төп залдарҙа һәм ярҙамсы биналарҙа булды, һәм эштәр байтаҡ тип билдәләне. Руслан Мирсаяпов реконструкция планға ярашлы башҡарыла һәм объект 1 июлгә тулыһынса әҙер буласаҡ тип белдерҙе.