4 декабрь, Йәкшәмбе

05 февраль 2015 йыл, 18:06

Өфөлә Төбәк-ара финанс форумы үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 3 марттан 5-нә тиклем Өфөлә тәүге Төбәк-ара финанс форумы үтә. Унда Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең эре, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, федераль һәм төбәк органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Был хаҡта республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сайтында хәбәр ителә.

Конференция конгресс һәм экспозиция өлөштәренән торасаҡ. Тәүгеһендә Башҡортостан сәнәғәте иҡтисади өлкәһендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла. Күргәҙмә өлөшөнөң форматы — республиканың аудитор компанияларының презентацияһы һәм эксперттарҙың консультациялары.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, форумды уҙғарыу предприятиелар эшмәкәрлегенең иҡтисади һәм финанс өлкәһе торошондағы глобаль үҙгәрештәргә бәйле.