4 декабрь, Йәкшәмбе

05 февраль 2015 йыл, 17:41

Өфөләге яңы һөт заводында 100-ҙән ашыу эш урындары барлыҡҡа киләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Шәмбе, 7 февралдә, яңы һөт заводы — «Өфөмолгорзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт асыла, тип хәбәр итте предприятиеның коммерция директоры Дмитрий Иванов. Предприятиела 104 кеше эшләйәсәк.

Заводта Польшала, Германияла, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә эшләнгән ҡорамалдар ҡуйылған. «Өфөмолгорзавод»та «Молочный фермер» һәм «Добрая буренка» бренды аҫтында эремсек, май һәм пастеризацияланған һөт етештереләсәк. Алдағы ике йылда предприятиела продукцияның ассортиментын киңәйтеү планлаштырыла.

— Эшкәртеү өсөн һөттө Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Ауырғазы һәм Иглин райондарынан килтерәсәкбеҙ, — тип һөйләне «Башҡортостандың һөтсөлөк союзы» коммерция булмаған ойошмаһы рәйесе Илдар Фәйзуллин. — Киләсәктә сеймалды бөтә республиканан һатып алырға ниәтләйбеҙ.

«Өфөмолгорзавод» йыл ярым эсендә төҙөлдө. Тәүлегенә 150 тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Проектҡа дөйөм инвестициялар 500 миллион һумға яҡын тәшкил итәсәк.

Әҙер продукцияны Башҡортостан буйынса, тәү сираттта Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала һатыу планлаштырыла.