10 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2015 йыл, 17:05

Владимир Путин түләүле телеканалдарҙа реклама тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Рәсәй Президенты Владимир Путин түләүле телеканалдарҙа өлөшләтә реклама күрһәтеүҙе рөхсәт иткән Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты башланғысы буйынса әҙерләнгән.

«Реклама тураһында»ғы закондағы үҙгәрештәр түләүле телеканалдарҙа 75 проценттан да кәм булмаған милли продукцияны трансляциялау шарты менән реклама күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.

Кремлдең рәсми порталында билдәләнеүенсә, милли продукция ул — Рәсәй граждандары йәки ойошмалары әҙерләгән, шулай уҡ рус телендә йәки Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары заказы буйынса әҙерләнгән продукция.

Закон буйынса милли контентҡа сит ил инвестициялары уның хаҡының 50 процентынан артмаҫҡа тейеш.

Түләүле телеканалдарҙа реклама күрһәтеүҙе тыйыусы закон 1 ғинуарҙа ғәмәлгә инде.

Өфөлә төбәк телеканалдары проблемалары тәүге тапҡыр «Төбәктәге телерадиотапшырыу хеҙмәтенең проблемалары» түңәрәк өҫтәлендә күтәрелде. Уны октябрҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының журналистарға хоҡуҡи ярҙам үҙәге ойошторҙо.