Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың Милли китапханаһы 2015 йылға иҫтәлекле даталар исемлеген баҫтырып сығарҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы «2015 йылға балалар уҡыуҙары етәкселәре өсөн иҫтәлекле даталар исемлеге» махсус йыйынтығын баҫтырып сығарҙы.

Мәғлүмәт-белешмә баҫмаһына балалар яҙыусыларының һәм шағирҙарының, башҡорт, рус, сит ил классиктарының, рәссам-иллюстраторҙарҙың, композиторҙарҙың, донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән башҡа билдәле шәхестәрҙең исемдәре индерелгән.

Йыйынтыҡта ябай уҡыусы иғтибар итмәгән даталар ҙа бар. Мәҫәлән, Бөтә донъя шиғриәт, Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Аҡ торналар байрамы  22 октябрҙә билдәләнә. Был Шиғриәт һәм һуғыш яландарында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө. Байрам Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов тарафынан башланғыс алған.

— Башҡортостанда ла быға оҡшаш байрам бар. Республикала Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған Мостай уҡыуҙары уҙғарыла. Сара шағирҙың тыуған көнөндә — 20 октябрҙә үтә. Ижади процесҡа китапхансылар ҙа әүҙем ҡушылды. Киләсәктә уҡыуҙар рәсми төҫ алыр һәм иҫтәлекле даталар исемлегенә индерелер тип ышанабыҙ, — тине китапхана директоры Айгөл Моратова.

Йыйынтыҡта 2015 йылдағы иҫтәлекле көндәр, байрамдар, ваҡытлы баҫмалар һәм юбиляр китаптар урын алған. Баҫма мәктәп китапханасыларына, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә иҫәпләнгән. Уның уҡырға яратыусылар өсөн генә түгел, профессиональ әҙиптәр өсөн дә өҫтәл китабына әүерелеүе ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть