5 декабрь, Дүшәмбе

05 февраль 2015 йыл, 15:15

Рөстәм Хәмитов «Өфө» халыҡ-ара аэропортының яңы терминалы төҙөлөшөн тикшерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 5 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә «Өфө» халыҡ-ара аэропортының яңы терминалы төҙөлөшө менән танышты.

Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев төбәк етәксеһенә төҙөлөш эштәре 85-90 процентҡа башҡарылған тип белдерҙе. Осоу залында биҙәкләү эштәре тамамланған, телескопик траптар ҡуйылған. Яҡын араларҙа технологик ҡорамалдарҙы монтажлау эштәре башлана.

Республика Башлығы биналарҙы ҡуртымға алыусылар менән аралашты. Атап әйткәндә, «Баба-Яга» пиццерияһы етәксеһенә кафеның исемен үҙгәртергә ҡушты.

Рөстәм Хәмитов аэропорт етәксеһенән яңы терминалды хеҙмәтләндереү өсөн штатҡа нисә хеҙмәткәр ҡабул ителәсәге хаҡында ла ҡыҙыҡһынды. Ҡырҡ кеше нигеҙҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм биналарҙы йыйыштырыу өсөн йәлеп ителәсәк, тип яуапланы Александр Андреев.

20 февралдә биналар һынау режимында эшләй башлай, ә халыҡ-ара терминал марттың өсөнсө декадаһында сафҡа индереләсәк. Рөстәм Хәмитов төҙөлөштө ваҡытында тамамлау өсөн төҙөүселәргә һәм ҡуртымға алыусыларға эште тиҙләтергә ҡушты.

– Беҙгә графикты үтәргә кәрәк. Башҡа варианттар юҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метрлыҡ халыҡ-ара терминал сит илдәргә сәғәтенә 800-гә яҡын пассажирҙы сығарыу мөмкинлеген бирәсәк.