8 декабрь, Кесе йома

05 февраль 2015 йыл, 14:18

Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан ижади интеллигенцияһының проекттарын ҡараны

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостандың ижади интеллигенцияһы менән осрашыуҙа яңы мәҙәни проекттарҙы һәм уларҙы бойомға ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Һайлаусылар менән осрашыу Дмитрий Медведевтың Өфөләге Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә уҙҙы.

Мәжит Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды рәйесе Люциә Камаева депутатты бөйөк башҡорт шағирының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҡаҙаныштар һәм эштәр менән таныштырҙы. Фонд ярҙамы менән республикала халыҡ-ара балалар конкурстары үткәрелә. Халыҡ шағирының ижады республикала, Рәсәйҙә генә түгел, шулай уҡ Болгария һәм Македония уҡыусыларына ла яҡшы таныш.

Быйыл шағирҙың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы фонд яңы проекттар ойошторған. «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» конкурсында еңеү өсөн башҡорт шағирының шиғырҙарын белеү генә етмәй, рус классигы, тыуған яҡ авторы әҫәрҙәрен дә тәҡдим итергә кәрәк.

Фонд етәксеһе шағирҙың музейында әҙәби ижад үҙәген булдырырға тәҡдим итте. Был Мәжит Ғафуриҙың юбилейы йылында иҫтәлекле сараларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

Өфө шағиры Виктор Лязин парламентарийға инициатив төркөмдөң Донбаста йәшәүселәр өсөн китаптар йыйыуы хаҡында һөйләне. Депутат был башланғыстарҙы хупланы.