11 декабрь, Йәкшәмбе

05 февраль 2015 йыл, 12:35

Рәсәй почтаһы 2014 йылдан түбәнерәк хаҡтар буйынса матбуғатҡа ваҡытынан алдан яҙылыу ойоштора

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 26 февралдән 7 мартҡа тиклем Рәсәй почтаһында гәзит-журналдарға 2014 йылдан түбәнерәк хаҡтар буйынса яҙылырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөндә федераль һәм киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша, улар гәзит уҡыусыларға үткән йылғы хаҡтар буйынса яҙылыуға ташлама яһай. Быға өҫтәмә рәүештә Рәсәй почтаһы федераль баҫмалар өсөн хаҡтарҙы — 5, төбәк һәм урындағы баҫмалар өсөн 10 процентҡа кәметәсәк.

Башҡортостандың бөтә почта бүлексәләрендә лә яҙылыуҙың махсус шарттары менән танышырға йәки баҫмаларҙы һатып алырға була.

— 2014 йылдың декабрендә ойошторолған декада һәйбәт һөҙөмтәләр бирҙе. Ун көн эсендә кешеләр 360 меңгә яҡын дана баҫмаға яҙылды. Киләһе декадала беҙ тағы ла күберәк яҙылыусылар йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ, — тип һөйләне «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.

Ваҡытынан алда яҙылыу ун көнлөгө — Рәсәй почтаһының подписканы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса тәүге башланғысы түгел. Рәсәй почтаһы 2015 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына булышлыҡ итеү өсөн 600 миллион һум аҡса бүлде, улар халыҡҡа ташламалар яһау өсөн йүнәлтелде.

темалар: рәсәй почтаһы