4 декабрь, Йәкшәмбе

05 февраль 2015 йыл, 11:53

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы үтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Быйыл уға Әхмәт Искәндәров менән Ғәлиән Хәсәнов лайыҡ булды.

Әхмәт Искәндәров — Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, З.Биишева исемендәге мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереү хәйриә фонды президенты. Ул З.Биишеваның әҫәрҙәрен яңынан баҫтырып сығарыу, Туйымбәт ауылындағы йорт-музейҙа һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылы үҙәгендә яҙыусының бюсын ҡуйыуҙы ойоштороу буйынса байтаҡ эштәр башҡарған.

Ғәлиән Хәсәнов — Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы. Ул Күгәрсен районы хаҡында китаптар, брошюралар, буклеттар сығарыуға, райондың Йомағужа, Тәүәкән, Сапыҡ, Туйымбәт ауылдарының тарихына арналған китаптар нәшер итеүгә, Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 һәм 105 йыл тулыуға ҡарата буклеттар эшләүгә  ҙур өлөш индергән.

Урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитик бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Зәйнәб Биишева исемендәге премияны тапшырыу районда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһына тура килде. Йола буйынса ҡунаҡтар иң тәүҙә яҙыусының тыуған ауылы Туйымбәттә урынлашҡан йорт-музейға туҡталды. Әҙибәнең тормош юлы, уның нәҫеленең шәжәрә ағасы менән танышҡандан һуң, тантаналы сара Мәҡсүт ауылының мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сәхнәнән Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыраны, сығыш яһаусылар уның тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Унда райондың йәш шағирҙары, мәҙәниәт һарайы артистары, үҙешмәкәр коллективтар, һәүәҫкәр йырсылар сығыш яһаны. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева иҫтәлегенә арналған документаль фильм күрһәтелде.    

Белешмә. Зәйнәб Биишева (1908-1996) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, прозаик, шағирә, драматург, тәржемәсе.