Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың балалар баҡсалары — иң яҡшылар исемлегендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандың балалар баҡсалары 2014 йылда Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары исемлегенә инде. «Киләсәк мәктәбе» Бөтә Рәсәй мәғариф форумы сиктәрендә үткәрелгән конкурс йомғаҡтары буйынса, илдең иң яҡшы балалар баҡсалары исемлегендә республиканың 24 учреждениеһы бар.

Стәрлетамаҡ ҡалаһын лайыҡлы рәүештә рекорд ҡуйыусы тип атарға мөмкин. Иң яҡшы балалар баҡсаларының һигеҙе — ошо ҡалала.  Улар араһында — 4-се, 32-се, 74-се, 10-сы, 62-се, 21-се, 13-сө, 94-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары. Икенсе урында Өфө — 320-се, 220-се, 45-се, 270-се балалар баҡсалары. Өсөнсөлә Нефтекама — 42-се, 28-се, 38-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары. Иң яҡшылар исемлегендә Бөрө, Күмертау, Октябрьский, Белорет, Ишембай, Салауат, Межгорье ҡалаларының һәм Шишмә ҡасабаһының балалар баҡсалары ла бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть