8 декабрь, Кесе йома

05 февраль 2015 йыл, 9:41

18 апрелдә республика халҡы «Тоталь диктант» яҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә йыл да үткәрелгән мәғариф акцияһы штабында «Тоталь диктант» яҙыуға әҙерлек эштәре башланды. «Тоталь диктант» — уҡый-яҙа белеүҙе күтәреүгә һәм яҙыу мәҙәнилеген үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара акция.

Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләүселәр 18 апрелдә акцияға ҡушыла ала. Өфөлә акция өс майҙансыҡта — Башҡорт дәүләт университетында (Зәки Вәлиди урамы, 32); Өфө дәүләт авиация техник университетында (К.Маркс урамы, 12); ВЭГУ академияһында (М.Рыльский урамы, 9/1) үтә.

Ойоштороусылар ирекмәндәрҙе, студенттарҙы, журналистарҙы, уҡытыусыларҙы сараны үткәреүҙә ярҙам итеүҙәрен һорай. Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендәге «Тоталь диктант» төркөмөндә теркәлергә мөмкин.

2014 йылда акцияла баш ҡаланың 1031 кешеһе ҡатнашты, 41-е «бишле» алды. Диктантты шулай уҡ Салауат, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында һәм Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүселәр ҙә яҙҙы.