4 декабрь, Йәкшәмбе

04 февраль 2015 йыл, 17:35

Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар премияһына конкурс иғлан ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йәшлек» гәзите һәм Солтангәревтар ғаиләһе Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс иғлан итте.  

Бәйге мәктәптә уҡыусы һәләтле егет һәм ҡыҙҙарҙы дәртләндереү, уларҙы маҡсатлы тормошҡа ынтылыш уятыу маҡсатында ойошторола.

—  Конкурстың шарттарына ярашлы, премияға Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыған, республика, Рәсәй, халыҡ-ара олимпиадала һәм конкурстарҙа еңгән, ижади ҡарашлы, күп яҡлы һәләткә эйә булған 10-11-се класс уҡыусылары дәғүә итә ала. Улар «Йәшлек» гәзитендә илһөйәр, телһөйәр рухлы, туған халҡының, йәштәрҙең киләсәген күҙаллаусы, уларҙың проблемаһын күтәреүсе һәм унан сығыу юлдарын күрһәтеп, киләсәккә бурыстар билдәләүсе мәҡәлә баҫтырырға тейеш, — тип хәбәр итте республика Журналистар союзының яуаплы секретары Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Премияға дәғүә итеүселәрҙең мәҡәләләре 15 майға тиклем ҡабул ителәсәк. Уҡыусыларға шулай уҡ тултырылған анкета, паспорт мәғлүмәттәрен, үҙе яулаған диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары, ижади эштәренең күсермәһен почта йәки электрон ысул менән редакцияға ебәрергә кәрәк. Лауреаттар 22 майҙа билдәләнәсәк, премия Һуңғы ҡыңғырау көнөндә биреләсәк.

Беренсе, икенсе, өсөнсө премияға лайыҡ булыусыларға лауреат исеме бирелә һәм 15, 10, 5 мең һум күләмендә аҡса тапшырыласаҡ. Мәҡәләләрҙе ошо адрес буйынса ебәрергә мөмкин: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат, «Йәшлек» гәзите редакцияһы, электрон почта – ye02@yandex.ru. Өҫтәмә мәғлүмәттәр гәзиттең сайтында һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә бирелгән.

Булат Солтангәрәев – милләтебеҙҙең аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы егете ине. Илебеҙҙе хәстәрләп, уға яҡты киләсәк юрап йәшәне, һәр яҡтан файҙалы булырға тырышты. Төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты, олимпиадаларҙа еңелеү белмәне. Спортҡа ла маһир булды ул. Үкенескә күрә, бынан дүрт йыл элек көтөлмәгән фажиғә 17 йәшлек Булаттың ғүмерен өҙҙө.

темалар: ижади конкурс